Тәүҙә был көндә йыйылышта кредиторҙарға 380 миллион һумдан ашыу бурыс йыйылған предприятиены һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, нәшриәттең хужалыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу хаҡында ҡарарҙы хупларға тейештәр ине. Сентябрҙә дәүләт унитар предприятиеһы менән эшләгән барлыҡ баҫмалар ошо турала белдереү ҡағыҙҙары алды.
Ләкин бер аҙна элек республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, төбәктә берҙән-бер дәүләт нәшриәте ябылырға тейеш түгел тип белдереп, предприятиены бөлгөнлөккә төшөрөүгә юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Бынан тыш, ошо көндәрҙә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы — дәүләт унитар предприятие хужаһы — етәксеһе вазифаһын Евгений Гурьев урынына Олег Полстовалов етәкләне.
Белешмә. Ағымдағы йылдың июлендә «Башҡортостан» нәшриәте банкрот тип иғлан ителде. Кредиторҙар — «Төбәк фонды» акционерҙар йәмғиәте һәм ВТБ. «Төбәк фонды»ның талаптары — 133,53 миллион һумға, банктың иһә 178 миллион һумға баһалана. Төп бурыс 2009 йылда йыйылған — предприятие яңы баҫма станоктар һатып алыу өсөн алған кредитын кире ҡайтара алманы.