Уның эшендә республика кардиология үҙәгенең ойоштороу-методик эше буйынса баш табип урынбаҫары В.Р.Камалов, ошо уҡ үҙәктең 2-се кардиохирургия бүлегенең табип-кардиохирургы М.В.Щелков, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се республика клиник дауаханаһы етәксеһе С.С.Хәлимов, Федоровка, Миәкә һәм Стәрлебаш район дауаханалары вәкилдәре ҡатнашты.
Әлеге сара даирәһендә республика кардиология үҙәгенең күсмә бригадаһы тарафынан Тәтер-Арыҫлан табиплыҡ амбулаторияһында йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хәүеф һәм сир факторҙарын асыҡлау маҡсатында, эшкә һәләтле йәштәге 80 кеше тикшерелде. Республика клиник үҙәге консультация-диагностикалау поликлиникаһы табип-кардиологы А.Р.Буранғолова Хәлекәй һәм Әмир фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ҡабул итеү үткәрҙе. Ул 27 кешене тикшерҙе. Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында ҡабул итеүҙе кардиохирург М.В.Щеглов үткәрҙе, уның тарафынан 16 кеше консультация алды.