«Балаларға юл ҡағиҙәләрен үтәргә, бәләкәйҙән үк юлда йөрөргә өйрәнеү мөһим. Хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк дәүләт проблемаһына әүерелде. Балаларҙы алдан һәм һәм дөрөҫ әҙерләү уны хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн белем биреү программаларында юлда һәм транспортта үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтеүгә мөһим урын бирелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.