Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 октябрҙә Керчтағы политехник колледжында (Ҡырым) шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булды, 50-гә яҡыны йәрәхәтләнде. Улар, башлыса, уҡыусылар. 18 йәшлек 4-се курс студенты Владислав Росляков тиҫтерҙәренә һәм уҡытыусыларына ут асҡан, теракт ҡылғандан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалған. Үлтереү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Әлеге мәлгә мәғлүмәт буйынса, студенттың бер ниндәй ҙә сәбәбе булмаған, ул ҡорал һәм ошоға оҡшаш ваҡиғалар менән мауыҡҡан.