Новости
18 Октябрь 2018, 14:47

Башҡортостанда йәшәүсе лифтҡа ҡыҫылып үлгән

Башҡортостанда, Октябрьский ҡалаһында, 17 октябрҙә күп ҡатлы йорттоң подъезында ир мәйете табылған.

«Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ һөйләүенсә, уның кәүҙәһе беренсе ҡатта лифт кабинаһына ҡыҫылған. Мәрхүмдең шәхесе асыҡланған — ул ошо ҡалала йәшәгән 52 йәшлек ир булып сыҡҡан.


«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла. Лифттың техник торошо тикшерелә. Ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы ойошторолған», — тип аңлатма бирҙеләр ошо хәлгә республика Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

"Башинформ".
Читайте нас