«Ирек Ялалов республиканың закондар сығарыу органынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәренә эйә. Марат Шафиҡов үҙ теләге буйынса вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғариза яҙҙы. Ике депутат буйынса ҡарарҙар пленар ултырышта ҡабул ителергә тейеш», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.