2018 йыл тамамланыуға ни бары ике ай ярым ғына ваҡыт ҡалды. Райондың һуңғы туғыҙ айы стәрлебаштар өсөн ниндәй булған. Был һорауға ЗАГС бүлегенән алынған мәғлүмәттәр яуап бирә.
Уҙған осорҙоң туғыҙ айында районда 124 (151) сабый тыуған, был 2017 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 27гә аҙыраҡ. Шуларҙан яңғыҙ әсәләрҙән тыуған балалар 11 (16). 35 (47) бала ғаиләлә тәүге, 50 (54) - икенсе, 30 (27) - өсөнсө, 5 (10) - дүртенсе һәм 4 (11) - бишенсе һәм артабанғы бала булып тыуған. 61 (73) малай, 63 (76) ҡыҙ тыуған. Бер игеҙәктәр (0) һәм бер сабый үле тыуған.
Үлеүселәр һаны - 237 (223), үлем тыуымға ҡарағанда 113кә күберәк, шулар араһында ир-аттар - 122 (114), ҡатын-ҡыҙҙар 115 (109). Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла күп - 10 (6).
93 (96) пар никахтарын теркәгән, 46 (48) - ғаилә айырылышҡан.
Шулай уҡ аталыҡты билдәләү - 26 (22), фамилия, исем йәки атаһының исемен үҙгәртеү тураһында - 13 (6), уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа алыу) - 1 (2) акт теркәлгән.
2018 йылдың сентябрендә 12 (16) бала тыуған, 18 (27) кеше үлгән. 9 (5) пар ғаилә ҡорған, 6 (5) ғаилә - тарҡалған.