«Тапшырыу ҡыйыныраҡ төшөрөлдө. 3-4 сәғәт кенә йоҡлауҙан, кадрҙарҙы бер нисә тапҡыр төшөрөүҙән тыш, беҙ ябай кешеләр үҙҙәрен сикләргә ынтылған бик күп нәмәләр хаҡында белдек», — тип һөйләне игеҙәктәр.
Аталары уларҙы кескәй саҡта уҡ ташлап киткән. Михаил Михайловичты табыу өсөн ауыр юл үтергә, оҙаҡ көтөргә, легенда уйлап табырға һәм ҡартайғас кешенең ниндәй ҡиәфәткә инеүен күрергә мөмкинлек биргән компьютер технологияларын ҡулланырға тура килгән.
Эҙләүҙең ниндәй һөҙөмтәгә килтергәнен 9 октябрҙә «Пятница» телеканалында ҡарарға мөмкин.