Эш материалдарына ярашлы, ағымдағы йылдың июнь айында ғәйепләнеүселәр, Стәрлебаш районы Түбәнге Ҡарамалы ауылы эргәһендә урынлашҡан быуала ыуылдырыҡ сәсеү осоронда законһыҙ рәүештә балыҡ тоталар. Улар полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына һәм тикшереү барышында ау һәм табан балыҡтары тартып алына.
Ч. һәм Е.ның енәйәт эшмәкәрлеге менән Балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡтың Урта Волга территориаль идаралығына 7200 һум суммаға зыян килтерелгән.
Суд, юғарыла атап үтелгән граждандар уртаса ауырлыҡта енәйәт ҡылыуын, быға тиклем хөкөмгә тарттырылмауын, шунда уҡ зыянды ҡаплатыуҙарын иҫәпкә алып, уларға ҡарата енәйәт эшен туҡтатып, енәйәт яуаплылығынан азат итте һәм 5 мең һум күләмендә штраф һалды.
Суд ҡарары законлы көсөнә инмәне.Розалия ИБРАҺИМОВА,
Стәрлебаш район-ара суды консультанты.