Новости
5 Октябрь 2018, 06:53

Райондың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иғтибарына!

Район хакимиәте ағымдағы йылдың 8 октябренән 29 октябренә тиклем «2014-2018 йылдарға Башҡортостан Республика Стәрлебаш районы муниципаль райондың кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» район программаһы буйынса конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итә башлай.

Документтар БР Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәтенең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү район комиссияһы тарафынан Стәрлебаш ауылы, К.Маркс урамы, 78, адресы буйынса АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге ҡабул итә.

Белешмәләр өсөн телефон: 2-20-09, е-mail: safiullina.g.a@yandex.ru (Cәфиуллина Г.А. - эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары буйынса баш белгес).

Район хакимиәтенең агросәнәғәт комплексы,

эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.
Читайте нас