Новости
5 Октября 2018, 08:18

Мәғариф системаһы һандарҙа

Район мәғариф системаһында барлығы 258 кеше эшләй. Шуларҙың 227һе юғары белемле. Шулар араһында етәксе хеҙмәткәрҙәр - 28, шул иҫәптән директорҙар - 12, уларҙың урынбаҫарҙары - 15, филиал етәксеһе - берәү.

Район мәғариф системаһында барлығы 258 кеше эшләй. Шуларҙың 227һе юғары белемле. Шулар араһында етәксе хеҙмәткәрҙәр - 28, шул иҫәптән директорҙар - 12, уларҙың урынбаҫарҙары - 15, филиал етәксеһе - берәү.

***

Районда 204 педагогик хеҙмәткәр. Шуларҙың 187һе уҡытыусы, 20һе техперсонал, 5-һе махсус педагог, 3-һе педагог-психолог, 3-һе - уҡытыусы-логопед.

***

Уҡыу процесында 187 кеше (100%) персональ компьютер ҡуллана.

***

105 хеҙмәткәр - юғары квалификация, 65-е - беренсе квалификация категорияһына эйә.

***

Белем биреү учреждениеларында эшләгән 258 кешенең 198е ҡатын-ҡыҙ, 60ы - ир-ат. Уларҙың йәш составы: 25 йәштән йәшерәк дүрт кеше, 25 йәштән 35 йәшкә тиклем - 36, 35 йәштән 45 йәшкә тиклем - 70, 45 йәштән 55 йәшкә тиклем - 107, 55 йәштән 59 йәшкә тиклем - 33, 60 йәштән 65 тиклем - һигеҙ.

***

Балаларға белем биреүсе 187 уҡытыусының 158е - ҡатын-ҡыҙ һәм 29ы - ир-ат. Шуларҙың 40ы 45 йәштән 49 йәшкә тиклем, 34е - 50 йәштән 55 йәшкә тиклем, 30ы - 40 йәштән 45 йәшкә тиклем. Районда 25 йәштән йәшерәк барлығы ике уҡытыусы эшләй, бишеһе - 60 йәштән 65 йәшкә тиклем.

***

Мәктәптәрҙә педагогтарҙың уртаса эш хаҡы - 29 637 һум, уҡытыусыларҙың - 30 215 һум.

***

Мәктәпкәсә учреждениеларҙа 93 педагог эшләй. Уларҙың уртаса эш хаҡы - 27 388 һум. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 20 педагог эшләй, улар айына уртаса 29506 һум эш хаҡы ала (барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дә эш хаҡы һалымһыҙ күрһәтелде).

Район мәғариф бүлеге биргән мәғлүмәттәр буйынса Рәйсә МУСИНА әҙерләне.
Читайте нас