Хөкүмәт әҙерләгән проектта ниндәйҙер сикләү йәки тыйыу саралары тураһында һүҙ бармай, долларҙа иҫәпләшеүгә тыйыу булмай.
Иғтибар милли валюталарҙа иҫәпләшеү өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. План валюта контролен еңеләйтеүҙе һәм валюта ҡануниәтен либерализациялауҙы иҫәптә тота.
Хөкүмәт күҙ уңында тотҡан төп маҡсат – Рәсәйҙең ҙур сауҙа партнерҙары менән иҫәпте – Ҡытай һәм Европа илдәре менән – юанға һәм евроға, Евразия иҡтисади союзы илдәре менән – һумға күсереү. Бының өсөн бизнесҡа артыҡ сығымдарһыҙ теләгән валютала иҫәпләшеү мөмкинлеге биргән уңайлы механизмдар булдырыу талап ителә. Ошондай механизмдар араһында – үҙәк банктары кимәлендә икенсе ил валютаһында ликвидлыҡҡа юл асыу мөмкинлеге биргән (уны валюта баҙарында һатып алыу кәрәклеген урап) инструменттар булдырыу.