Документҡа ярашлы, быға тиклем Николай Хорошилов ҡарамағындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Труханға тапшырылды.
Фәнзил Сыңғыҙов мәктәпкәсә, дөйөм, башланғыс, урта, юғары, вуздан һуң профессиональ, өҫтәмә белем биреү, мәҙәниәт, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, файҙаланыу, популярлаштырыу һәм дәүләт һаҡлауы мәсьәләләре өсөн яуаплы. Уның ҡарамағына Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы; Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы тапшырыла.