Ошо продукцияға Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте сит илгә сығарыуға рөхсәт биргән. Һарыҡ йөнө мал ауырыуына лаборатор тикшереү үткән һәм импортер ил талаптарына тап килә тип табылған. Күҙәтеү ведомствоһында аңлатыуҙарынса, Башҡортостан зарарлы хайуан ауырыуҙары буйынса имен төбәк. Был продукция партияһына 5F формаһында экспорт ветерианария сертификаты бирелгән.