Йәйен, балаларҙың каникул осоронда, Буҙат урта мәктәбендә тулы көскә ремонт эштәре барған.
Мәктәп директоры Рафаэль Минияров һөйләүенсә, уҡытыусылар һәм техперсонал көсө менән һәйбәт ремонт эшләнгән. Улар стеналарҙы буяған һәм ағартҡан. Шулай уҡ һәр кабинетта ла һыу менән тәьмин итеү һәм канализация мәсьәләһе хәл ителгән. Ремонт яһарға урындағы «ТОЛПАР» йәмғиәте һәм Буҙат ауыл советы ҙур финанс ярҙам күрһәткән.
Бынан тыш, 100 мең һумға мәктәпкә мебель - башланғыс кластар өсөн өҫтәлдәр һәм ултырғыстар һатып алғандар.