2018 йыл Рәсәй Федерацияһында Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Был турала Президент Владимир Путин 2017 йылдың 6 декабрендә беренсе милли Ирекмән көнөнә бағышланған тантаналы концертта белдерҙе. Ирекмән йылы әүҙем граждандар тормошона йәлеп ителгәндәр һанын арттырыуға һәм ирекмәндәр хәрәкәте үҫешенә яңы темп биреүгә йүнәлтелгән. 1 октябрҙән 3 октябргә тиклем Өфө ҡалаһында III Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумы үтә. Унда илдең барлыҡ төбәктәренән 500 кеше ҡатнашасаҡ: улар араһында - «көмөш» ирекмәнлекте популярлаштырған 50 йәштән өлкәнерәк ирекмәндәр, йәмәғәт берләшмәләре активистары, геронтологик үҙәктәр һәм төбәк власть органдары вәкилдәре бар. Форумда шулай уҡ йәш ирекмәндәр өсөн айырым йүнәлеш буласаҡ: остаз ирекмәндәр менән бергә улар быуындар араһында тәжрибә уртаҡлашыу буйынса дөйөм саралар һәм проекттар өҫтөндә эшләйәсәк.
Форум программаһы «тәжрибә», «энергия» һәм «йылылыҡ» тип аталған өс тематик блоктан торасаҡ, улар әүҙем оҙон ғүмерлелек һәм «көмөш» ирекмәнлек мөмкинлектәре тураһында дөйөм күҙаллау булдырырға йүнәлтелгән.