Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Сентябрь 2018, 08:51
Республикала ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы: өс кеше үлгән
26 сентябрҙә төнгө сәғәт 12-селә Стәрлетамаҡтағы Ленин прсопектында өс автомобиль бәрелешкән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау төркөмө дәүләт инспекторы Линар Зиннуров хәбәр итте.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, алтынсы модель Mazda бер юлдан барған Ford автомобилен ҡыуып еткән. Автомашина менән бәрелешкәндән һуң, Mazda ҡаршы һыҙатҡа сығып, ҡаршыға килгән «Лада Калина»ға барып бәрелгән.
Өс машина бәрелешеүе арҡаһында «Мазда» водителе, «Лада Калина»ның водителе һәм пассажиры ваҡиға урынында яҡты донъя менән хушлашҡан. Тикшереү эштәре алып барыла.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"