Новости
27 Сентябрь 2018, 08:48

Ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы саҡырабыҙ!

Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙе 29 сентябрҙә 13.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем сираттағы "Ғаилә менән ял" итергә саҡырабыҙ.

Сара "Ата-әсә булыу фәне" тип атала. Һеҙҙең өсөн "Каникулдан һуң нисек уҡый башларға?", "Баланы белемгә мотивациялау", "Ата-әсәләр һәм балалар араһында нисек мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға?" тигән темалар буйынса, шулай уҡ балалар өсөн практик занятиелар үткәреләсәк. Һеҙҙе Стәрлебаш ауылы, Мәктәп урамы, 1/1 адресы буйынса Стәрлебаш ауылының башланғыс мәктәбендә көтәбеҙ.

Ойоштороу комитеты.
Читайте нас