Новости
26 Сентября 2018, 11:10

Республикала 13 йәшлек ҡыҙ самосвал тәгәрмәсе аҫтында һәләк булған

Өфө районында 13 йәшлек ҡыҙ самосвал тәгәрмәсе аҫтында һәләк булған. Авария бөгөн иртән Михайловкала Ленин урамында булған.

Өфө районында 13 йәшлек ҡыҙ самосвал тәгәрмәсе аҫтында һәләк булған. Авария бөгөн иртән Михайловкала Ленин урамында булған.
Ҡытайҙа етештерелгән «Shacman» самосвалы тауға менеп барған, уның тормозы эшләмәй башлаған. Идара итеүҙе юғалтҡан ауыр машина «Лада Ларгус»ты урынынан күсереп алып киткән, аҙаҡ әйләнгән һәм йортто емергән. Аварияла ошо ваҡытта «Ларгус»тан сығып килгән 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Ике водитель дә ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Тулыраҡ мәғлүмәт аныҡлана, тип хәбәр итә «Юл патруле».
Читайте нас