Новости
21 Сентябрь 2018, 06:26

Әсәлек капиталын уҡытыуға йүнәлтергә мөмкин

Пенсия фондының район идаралығына әсәлек (ғаилә) капиталы аҡсаларын балаларҙы уҡытыуға йүнәлтеү үтенесе менән 10 мең сертификат эйәһе мөрәжәғәт итте. Закон тормошҡа ашырыла башлағандан бирле был маҡсаттан күсерелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 517 миллион һум тәшкил итте, тине Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса бүлек идарасыһы Фоат Ғәләүетдин улы Хантимеров.

Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Әсәлек капиталын ҡулланыу шарттарына үҙгәрештәр индерелде. Быйылдан алып, икенсе бала тыуыуға бирелгән аҡсаны балаларҙы уҡытыу өсөн тотонорға мөмкин. Аҡсаны түләүле уҡытыу өсөн балалар баҡсаларынан алып, юғары уҡыу йорттарына тиклем күсерергә мөмкин. Бынан тыш, быйылдан башлап, мәғариф программаларының аккредитацияһы булыу-булмауын һорамайҙар.

Әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланыуға ғаризаны йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды идаралығына, йәиһә күп функциялы үҙәккә, шулай уҡ электрон төрҙә «Граждандарҙың шәхси кабинеты» йәки дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша тапшырырға мөмкин. Был осраҡта ғариза биреүсе биш эш көнө эсендә Пенсия фондына мөһим документтарҙы, шул иҫәптән уҡыуға киткән сумма һәм түләү ваҡыты йәки дөйөм торлаҡта йәшәүе тураһында мәғлүмәт булған мәғариф ойошмаһы менән килешеүҙе килтерергә тейеш. Уҡыу башланған ваҡытҡа баланың йәше 25-тән артмаҫҡа тейеш.

Әсәлек капиталы менән файҙаланыу тураһында ҡарар бер ай эсендә ҡабул ителә, 10 көндән дә һуңға ҡалмайынса уҡыу йорто иҫәбенә аҡса күсерелә.

БР буйынса Пенсия фонды идаралығының

матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас