Тап ошо көндө һауа, ер, фәрештәләр һәм беренсе кеше – Әҙәм ғәләйһис-сәләм барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләнә. Был көндө Аллаһы Тәғәлә ун пәйғәмбәренә лә ун бәхет бирә.
Ғәшүрәлә ике йәки өс көнлөк ураҙа тоторға тейештәр. Ураҙа тотоу сөннәтле мосолмандарға фарыз.
Мосолман дини уҡыуына ярашлы, Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу элекке һәм киләсәк йылдарҙағы гонаһтарҙан арындыра, ә был көндө ауырыу кешенең хәлен белешеү Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең барлыҡ балаларының хәлен белешеүгә тиң, тип иҫәпләнә. Һыуһағанға һыу биргән кешенән гонаһтар алына, ә тулы тәһәрәт алған мосолман барлыҡ ауырыуҙарҙан һәм интегеүҙәрҙән һаҡланасаҡ. Ғәшүрә көнөндә хәйер биреү, балаларҙы һәм яҡындарҙы ҡыуандырыу, Ҡөрьән уҡыу ҡаралған.
Башҡортостанда был көндәрҙә мәсеттәрҙә тематик вәғәздәр уҡыла, дин тотоусылар күберәк яҡшы эштәр ҡылырға тырыша.