Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер йүнәлештә китеп барған Mercedes-Benz еңел автомобиле, Hyundai йөк фургоны һәм уларҙың ҡаршыһына килгән Iveco йөк машинаһы бәрелешкән. Бәрелгәндән һуң Mercedes-Benz янып киткән.
Юл фажиғәһендә еңел автомобиль водителе һәм ике пассажир һәләк булған, бер ҡатын һәм үҫмер дауаханаға оҙатылған.
«Юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусыларҙың шәхестәре һәм авария сәбәптәре асыҡлана. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре, тәфтиш-оператив төркөм эшләй», — тип аңлатма бирҙеләр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында.
Фажиғә урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан бер янғын һүндереү машинаһы һәм ике янғын һүндереүсе эшләй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 18 сентябрҙә Башҡортостандың Дүртөйлө районында үлемесле авария булған. Мәскәү — Өфө юлында «Лада Гранта» һәм ҡаршыға килгән ярымтағылмалы Iveco бәрелешкән. Юл фажиғәһе ата-әсәнең һәм уларҙың ике бәләкәй балаһының ғүмерен өҙгән.