Новости
18 Сентябрь 2018, 06:42

Көҙгө призыв башлана

1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы 53-ФЗ һанлы Федераль закон нигеҙендә, район хакимиәте тарафынан «2018 йылдың октябрь-декабрь айҙарында 1991-2000 йылдарҙа тыуған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында» күрһәтмә сығарылды.

Шулай итеп, тейешле осорҙа ағымдағы йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклем 1991-2000 йылдарҙа тыуған граждандарҙы Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу үтәсәк. Граждандарҙы армияға саҡырыу буйынса көҙгө призывты үткәреүҙә ҡатнашасаҡ ойошмаларға тейешле сараларҙы билдәләнгән срокта үтәргә тәҡдим ителә.

Әлеге күрһәтмәне үтәүгә контроллек итеү район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьяноваға йөкмәтелде.
Читайте нас