Эҙләү эштәренә Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.
Бөгөн социаль селтәрҙә улар Ағиҙел йылғаһында һәләк булған тип яҙып сыҡтылар. Баланың кәүҙәһен сығарғандар, ә йәш әсә һаман табылмаған.
«Башинформ» агентлығы Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте.
«Бәләкәй баланың мәйете табылған. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Оператив-эҙләү эштәре алып барыла», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле.