БР тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев БашҡортостанХөкүмәтендә кәңәшмә барышында билдәләүенсә, ошо реформа күптән кәрәк ине. Әлеге мәлгә тиклем ҡулланылған ысул - полигондарҙа сүп-сарҙы күмеү сүплектәр проблемаһын хәл итмәй. Булған полигондар етерлек түгел, улар тиҙ тула. Республикала шуның арҡаһында 2300 тирәһе санкцияланмаған сүплек барлыҡҡа килгән. Ә был еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы һәм һауабыҙҙы ағыулау. Шуға күрә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһын индереү - үҙебеҙ һәм киләһе быуын өсөн уңайлы мөхит булдырыу.
Ҡалдыҡтар менән территориаль эш итеү схемаһына ярашлы, республикала туғыҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны, 26 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы, 48 сүп-сар эшкәртеү пункты төҙөү планлаштырыла. Эре комплекстар төҙөү табышлы булмаған ауыл райондарында сүп-сар йыйыу пункттары ойоштороласаҡ. Бынан ҡалдыҡтар сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарына ебәреләсәк. Йыйылған ресурстар экотехнопарктарҙа эшкәртеләсәк, бында төрлө икенсел сеймал төрҙәре: ҡағыҙ, быяла, полиэтилен һ.б. менән эш алып барыласаҡ. Рәсәй буйынса бындай экотехнопарктарҙы 70тән ашыу төҙөү планлаштырыла. Мәҫәлән, киләсәктә полигондар сүп-сарҙы айырғандан һуң ҡалған ҡалдыҡтарҙы күмеү өсөн генә кәрәк буласаҡ. Республика дүрт зонаға бүленгән, һәм тағы бер зона - Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берләшмәһе һәм конкурс нигеҙендә төбәк операторҙары һайланған. Төбәк операторҙары, подрясылар кеүек, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә эшләүсе операторҙар менән килешеү төҙөп, муниципалитеттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк. Яңы закон буйынса, муниципалитеттар идара итеүсе компаниялар, ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм граждандар менән берлектә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың йыйылыу урындарын билдәләйәсәк һәм ойошторасаҡ. Был мәсьәлә күп фатирлы йорттарҙың дөйөм йыйылыштарында йәки ауыл йыйындарында хәл ителәсәк. Төбәк операторының яуаплылығы сүп-сар ташыу машинаһы кузовынан башланасаҡ, йәғни ул сүп-сарҙы билдәләнгән урындан алып китәсәк.
Беҙҙең районда төбәк операторы итеп Ишембай ҡалаһының «Эко-Сити» йәмғиәте билдәләнгән. Яңы реформа күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн яңылыҡ түгел, улар сүп-сарҙы шул уҡ контейнерҙарҙа йыясаҡ, ә бына ауылдарҙа шәхси йорттарҙа йәшәүселәр өсөн эш «йәшел пакеттар» программаһы буйынса төҙөләсәк: билдәләнгән көндәрҙә сүп-сар йыйыу машинаһы килеп, кешеләрҙең өйҙәре алдынан ҡапсыҡтарға һалып ҡуйылған ҡалдыҡтарҙы алып китәсәк. Эре сүп-сарға, мәҫәлән, иҫке мебель, ҡырҡылған ағастар һ.б. килгәндә майҙансыҡ урындары билдәләнәсәк һәм уны сығарғансы сүп-сар ошонда һаҡланасаҡ. Яңы йылдан түләү буйынса квитанцияларҙа сүп-сар сығарған өсөн тигән яңы графа барлыҡҡа киләсәк, тарифтың хаҡы 20 декабргә тиклем тарифтар буйынса БР Дәүләт комитетында ҡараласаҡ.