Новости
14 Сентябрь 2018, 06:07

Яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар иғтибарына

«Башҡортостан Республикаһы стратегик тикшереүҙәр институты» Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе түбәндәге граждандар категорияһына түләүһеҙ ҡыҫҡа сроклы курстар үткәреү тураһында иғлан итә:

- кесе эшҡыуарлыҡ буйынса үҙ эшен асыусылар;

- эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырырға теләүселәр;

- уҡыу йорттарында сығарылыш курс студенттары;

- эшһеҙ граждандар;

- 2017-2018 йылдарҙа бизнестың башланғыс стадияһында субсидия төрөндә финанс ярҙам алған эшҡыуарҙар.

Курстарҙың маҡсаты - яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға бизнесты алып барыуҙы ойошторорға булышлыҡ иткән база белеме һәм оҫталыҡ булдырыу.

Занятиелар ағымдағы йылдың 17 сентябренән 29 сентябренә тиклем 17.00 сәғәттә башлана һәм Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15 адресы буйынса 102 һанлы аудиторияла үтәсәк.

Курстарға kmarks5015@gmail.com электрон почтаһына хәбәр ебәреп яҙылырға мөмкин.

Тулыраҡ мәғлүмәт 2-20-09 телефоны аша.

Барлыҡ һорауҙар менән Насретдинова Лия Фәрит ҡыҙына 8-927-314-86-90 телефоны аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.
Читайте нас