Новости
14 Сентябрь 2018, 06:18

Тирә-яғыбыҙ күркәмерәк булһын!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан 15 сентябрҙә Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә «Эшләйек!» экологик акцияһын үткәреү ҡарар ителде. Ошо уңайҙан тейешле ҡарар сығарылды.

Ошондай уҡ ҡарар районыбыҙ хакимиәте тарафынан да ҡабул ителде. Унда 15 сентябрҙән 18 сентябргә тиклем райондың ауыл биләмәләре территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләрен үткәреү тураһында әйтелә. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарына, учреждениелар, хужалыҡтар, предприятиелар һәм бөтә төр милек ойошмалары етәкселәренә эш урындарын, производство биналарын, йәмәғәт һәм торлаҡ биналарын тейешле тәртипкә килтереү, урамдарҙы, йорттарҙы, юлдарҙы, предприятиеларға һәм ойошмаларға беркетелгән ауылдар территорияларын төҙөкләндереү һ.б. буйынса саралар күрергә кәңәш ителде.

Күрһәтмәне бойомға ашырыуҙы контролдә тотоу район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллинға йөкмәтелде.
Читайте нас