Новости
13 Сентябрь 2018, 05:42

Туймазы районында балалар поликлиникаһы төҙөлә

Туймазы районында 2019 йылдың ноябренә сменаһына 300 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән һәм өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы дауалау учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк.

Туймазы районында 2019 йылдың ноябренә сменаһына 300 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән һәм өр-яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы дауалау учреждениеһы барлыҡҡа киләсәк.
Яңы поликлиника 50 йыл элек төҙөлгән бинаны алмаштырасаҡ. Хәҙерге балалар поликлиникаһы яраҡлаштырылмаған бинала урынлашҡан. Ул бик туҙған, әхлаҡи һәм физик яҡтан да һәм заманса талаптарға яуап бирмәй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Объект Рәсәй Федерацияһы Президентының балалар дауаханаһын медицина ҡорамалдары һәм медицина изделиелары менән еренә еткереп йыһазландырыу, шулай уҡ балалар дауаханаларын реконструкциялау, ремонтлау һәм яңыларын төҙөү буйынса йөкләмәһен үтәү сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Объект бөтә кәрәкле талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлә.
Төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн дөйөм сумма 336,1 миллион һум тәшкил итә.

Читайте нас