Новости
11 Сентябрь 2018, 07:23

Төбәк пенсия льготалары һаҡлап ҡалынды

7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы.

7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы.


Төҙәтмәләрҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары хупланы. Элек социаль ярҙам саралары граждандарға пенсияға сыҡҡандан һуң бирелә ине. Закондың яңы редакцияһы йәш критерийҙарын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-аттар пенсияға сығыу-сыҡмауға ҡарамаҫтан хеҙмәт ветерандарына торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар; хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр; оҙайлы эш стажына эйә булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр; маҡтаулы исемдәре һәм айырыуса ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр кеүек льготалар аласаҡ.

Закон Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас