Гәзиткә квитанцияларҙы почта элемтә бүлексәләрендә, клиенттар залында, хат ташыусыларҙа тултырырға мөмкин. Хәҙер гәзиткә тотош бер йылға яҙылырға мөмкин, был саҡта ул 173 һумға арзаныраҡ буласаҡ. Бер айға яҙылыу - 160 һум 35 тин, 6 айға яҙылыу - 962 һум 10 тин. Гәзитте редакциянан килеп алыусылар өсөн - 576 һум. Гәзиттең электрон төрө лә бар - 6 айға 600 һум.