Новости
11 Сентябрь 2018, 07:25

Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы

Ғаризалар ҡабул ителә Өфөлә 16-17 ноябрҙә үтәсәк «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы» тип иғлан ителгән «Иҙел» фестивале 2011 йылда ойошторола. Сараның төп маҡсаты - Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ халыҡ һәм академик вокал сәнғәтен һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Өфөлә 16-17 ноябрҙә үтәсәк «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. «Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы» тип иғлан ителгән «Иҙел» фестивале 2011 йылда ойошторола. Сараның төп маҡсаты - Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ халыҡ һәм академик вокал сәнғәтен һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Әлеге ваҡытта 2018 йылғы конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү бара! Положениены һәм заявка формаһын idel-festival.ru сайтында табырға мөмкин. Ғаризалар 6 ноябргә тиклем idelfestival@gmail.com электрон почтаһына ҡабул ителә. Ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарҙы ошо электрон адресҡа, шулай уҡ Бәйләнештә https://vk.com/idelfestival төркөмөнә ебәрергә мөмкин. Конкурста халыҡ, эстрада, академик һәм авторлыҡ йырҙарын башҡорт һәм татар телдәрендә башҡарырға була.
Читайте нас