Новости
9 Сентябрь 2018, 20:00

Һайлауға - балалар менән

Һауа торошо һайлаусыларҙы иртән иртүк йылы ҡояш нурҙары менән һөйөндөрә. Һайлауҙарҙан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнөн ысын байрамға әүерелдереп, райондың ауыл биләмәләрендә яҙғы йәрминкәләр үтә, мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр артистары сығыш яһай, төрлө мастер-кластар ойошторола.

Район үҙәгенең 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан 2838 һанлы Мәктәп һайлау участкаһында ла һайлауҙар бик йәнле үтә. Бында, мәктәптең спорт залында, район беренселегенә баскетбол буйынса ярыштар бара. Ата-әсәләргә сәйәси ваҡиғаға балалары менән килеү өсөн һәйбәт мөмкинлек, кескәйҙәре унда мауыҡтырғыс спорт уйындары уйнай, ә ата-әсәләр, үҙ тауыштарын биреп - уларҙы күҙәтә ала. 14.30 сәғәткә был участкала 1214 һайлаусының 524е тауыш биргән. Шуларҙың 13ө - тәүге тапҡыр һайлай. Илһам Латипов һәм Эльнара Сәйфетдинова тәүге тауыштарын биреп, БР Үҙәк һайлау комиссияһынан Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр алған да инде.
Читайте нас