Район үҙәгенең ике - Ленин һәм Фрунзе һайлау участкаларында (дөрөҫөрәге, уларҙан сыҡҡан урында) - социаль һорау алыу үткәрелә. Тикшеренеү БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге, "Симакс" һәм "Социс-Эксперт" тикшеренеү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған. Улар - һеҙгә нисә йәш, һайлауҙан нимә көтәһегеҙ, кемгә тауыш бирҙегеҙ, тигән ябай һорауҙар бирә. Теге йәки был һорауға яуап бирергә ме, юҡ мы, быны һәр кем үҙе хәл итә.