7.50 сәғәткә беҙ урындағы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2845 һанлы Иҫке Ҡалҡаш һайлау участкаһына барып еттек. Был ваҡытҡа һайлау комиссияһының барлыҡ ағзалары ла үҙ урындарында ине. Урындағы үҙидара, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре һәм күҙәтеүселәр һайлаусыларҙы ҡаршыларға әҙерләнә ине. Теүәл 8.00 сәғәттә участка һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ҡотлошина участкала һайлау башланыуы тураһында иғлан итте. Бында Инсаф Ҡотлошин, Зөлхизә Ҡотлошина (һүрәттә), Гөлнара Ҡотлошина һәм Наталья Ермакова тәүгеләрҙән булып депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар өсөн үҙ тауыштарын бирҙе. Ә исемлек буйынса бында барлығы 319 һайлаусы, шуларҙың бишеһе тәүге тапҡыр тауыш бирә. Теге йәки был сәбәп буйынса участкаға килә алмағандарҙан өйҙә тауыш биреү өсөн 27 ғариза ҡабул иткән. Шуларҙың береһе - иң өлкән һайлаусы Миңлевара Ҡунафина, уға 90 йәш. Сәғәт икенән һуң уларға күсереп йөрөтмәле тартма менән участка һайлау комиссияһы ағзалары һәм күҙәтеүселәр барасаҡ. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин һүҙҙәре буйынса, һайлаусылар өсөн урындағы үҙешмәкәр артистар ярҙамында концерт ойошторолған. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе үткәрелә. Почта бүлексәләре вәкилдәре ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу квитанцияларын тултыра һәм тауарҙар һатыуҙы ойоштора.