Райондың һайлау участкалары ишектәре асылыуға теүәл бер сәғәт үтте. Барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә байрамса кәйеф - күңелле музыка яңғырай, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уңыш байрамы башланыуға әҙерләнә. Сәғәт туғыҙға 2825 һанлы Әмир һайлау участкаһына һайлауға 84 кеше килгән, беренсе булып пенсионер Фирҙәүес Кинйәбулатова үҙ тауышын биргән. Баҡыйҙар ҙа һайлауға әүҙем килә, бында ошо ваҡытҡа 60 һайлаусы, ә Хәлекәй һайлау участкаһында бер сәғәт үтеүгә 30 кеше тауыш биргән.