Новости
9 Сентябрь 2018, 11:00

Район хакимиәте башлығы үҙ тауышын бирҙе

Беренселәрҙән булып, республикалағы башҡа вазифалы шәхестәр кеүек үк, Ҡарағош ауылында урынлашҡан 2826 һанлы һайлау участкаһына район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров тормош иптәше менән килде.

Беренселәрҙән булып, республикалағы башҡа вазифалы шәхестәр кеүек үк, Ҡарағош ауылында урынлашҡан 2826 һанлы һайлау участкаһына район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров тормош иптәше менән килде.


Тауыш биргәндән һуң, ул һайлау участкаһын ҡарап сыҡты һәм участка комиссия эшенә һәм күҙәтеүселәргә бер кем дә ҡамасауламауына, һайлаусыларҙың уңайлы шарттарҙа тауыш биреүҙәренә инанды. Фәнүр Зөфәр улы һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап, уларға сәләмәтлек, ә участка һайлау комиссияһы ағзаларына - уңышлы эшләүҙәрен, республика тормошона ыңғай үҙәрештәр һәм яңылыҡтар килтереп, һайлауҙың тыныс үтеүен теләне. Сәғәт 11гә Ҡарағош ауылындағы 497 һайлаусының 208е тауыш биргәйне.
Читайте нас