Районыбыҙҙың территориаль һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, иртәнге сәғәт 10ға район буйынса һайлаусыларҙың дөйөм иҫәбе - 16176 кешенән 1788 һайлаусы тауыш биреп өлгөргән. Эштәр һайлау участкаларында тейешле кимәлдә ойошторолған, бар урында ла байрамса мөхит хөкөм һөрә - дәртле музыка уйнай, ә һайлаусылар шат йылмайып, тауыш бирергә килә, сөнки бөгөн улар Башҡортостандың киләсәген һайлай.