Көндөҙгө сәғәт өскә 16182 кешенән 7314 һайлаусы (45%) тауыш биргән. Был мәғлүмәтте райондың территориаль һайлау комиссияһы тапшырҙы. Участкаларҙа ғәҙәттәгесә тыныс, бөтә процедура ла законға ярашлы башҡарыла, һайлаусыларҙан да, комиссия ағзаларынан да ҡағиҙә боҙоу һәм ялыуҙар юҡ.