Пенсионер Рәфҡәт Фәтҡуллин (һүрәттә) Әмир ауылында иң әүҙем һайлаусыларҙың береһе. Бөгөн дә, матур кейенеп, ул тәүгеләрҙән булып тауыш бирергә килгән. "Мин һәр ваҡыт, йәш саҡтан уҡ һайлауҙарға йөрөйөм. Сөнки был минең хоҡуғым, изге бурысым. Тәүге һайлауҙарҙан уҡ миндә яуаплылыҡ һәм әһәмиәтлелек тойғоһо барлыҡҡа килде", - ти пенсионер һәм хәҙерге заман йәштәренә ил тормошонда әүҙем ҡатнашырға кәңәш итә. Ауылдаштары ла тәжрибәле һайлаусы менән тулыһынса килешә һәм һайлауға әүҙем йөрөй. Һайлау участкаһы асылып, сәғәт ярым ваҡыт үтеүгә, 399 һайлаусынан 30 проценттан ашыуы тауыш биргән. Күбеһе ғаиләләре, күршеләре менән килә. Хатта бюллетень алырға сират теҙелгәйне.