Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шатланыр өсөн айырыуса сәбәптәр юҡ. Тыуған балалар һаны 23кә кәмегән. Әгәр уҙған йылдың һигеҙ айында районда 135 сабый тыуһа, ағымдағы йылда - 112. Әммә яңғыҙ әсәйҙәрҙән тыуған балалар дүртәүгә кәмегән 10 (14). Ғаиләләрҙә тыуған тәүге балалар һаны - 30 (44), 14кә кәмерәк, икенсе - 45 (49), өсөнсө - 29 (22), дүртенсе - 5 (8), бишенсе һәм артабанғы - 3 (10). Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда бер аҙ күберәк тыуған - 58 (68), шул уҡ ваҡытта улар, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 10ға аҙыраҡ. Ҡыҙҙар - 54 (65), 11гә аҙыраҡ.
Үлем статистикаһы ла борсоулы. Үлем тыуымға ҡарағанда күберәк, ул арта ғына. Барлығы - 219 (196) кеше вафат булған. 23кә күберәк. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең үлеү һаны бер сама. 110 (102) ир-ат һәм 109 (94) ҡатын-ҡыҙ вафат булған.Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ике тапҡырға артҡан - 10 (5). 84 (91) пар никах теркәп, ғаилә ҡорған, был уҙған йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Әммә айырылышыуҙар ҙа кәмегән - 40 (43).
Шулай уҡ аталыҡты билдәләү - 24 (20), фамилия, исем йәки атаһының исемен үҙгәртеү тураһында - 12 (6), уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу буйынса - 1 (2) акт теркәлгән.
2018 йылдың авгусында бала тыуыу тураһында 9 (23), үлем тураһында - 25 (27) акт теркәлгән. 19 (17) пар ғаилә ҡорған, 3 (5) ғаилә - айырылышҡан.