Новости
7 Сентябрь 2018, 06:33

Территориаль һайлау комиссияһы район халҡына мөрәжәғәт итә

Хөрмәтле һайлаусылар!9 сентябрь илебеҙҙең бөтә граждандары, шулай уҡ стәрлебаштар өсөн бик мөһим көн - Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайлау һәм 6 һанлы бер мандатлы һайлау округы буйынса Стәрлебаш районы муниципаль район Советы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар.

Һайлаусыларға уйлап ҡарар ҡабул итергә, киләсәктә республика, районға ҡағылышлы ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә кем ҡатнашасағын, һайлаусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясағын билдәләргә тура киләсәк. Шуға күрә, был ваҡиға һәр кешенән ҙур яуаплылыҡ һәм әүҙем ҡатнашыуын талап итә. Депутатлыҡҡа кандидаттарҙың иң лайыҡлылары һәм һайлаусыларҙың өмөттәрен аҡларға һәләтлеләре һайланыуы мөһим.

Районда һайлау 33 һайлау участкаһында, урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8.00 сәғәттән киске 20.00 сәғәткә тиклем үтәсәк. Граждан һайлау участкаһына килгәндә ике һайлау бюллетене аласаҡ: береһе бер мандатлы округ буйынса һәм икенсеһе - республика берҙәм округы буйынса. Дүрт участкала (2829, 2830, 2831, 2833 һанлы участка һайлау комиссиялары) Стәрлебаш районы муниципаль район Советы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙар буйынса өсөнсө бюллетень буласаҡ.

Бюллетендәрҙе алыр өсөн паспорт йәки уны алмаштырыусы документ булырға тейеш. Һайлаусы бюллетень тултырғанда кандидатҡа йәки республика берҙәм исемлегенә ҡараған шаҡмаҡ эсенә ниндәй ҙә билдә ҡуя.

Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса (сәләмәтлек торошо, инвалидлыҡ буйынса) һайлау участкаһына килә алмаған һайлаусылар өйҙәрендә тауыш бирә ала.

Участка һайлау комиссияһы бынан ике осраҡта баш тарта ала: әгәр һайлауға һеҙ килә алмаған сәбәпте мөһим тип танымаһа йәки участка һайлау комиссияһына һайлау ваҡыты тамамланыуға 6 сәғәттән (урындағы ваҡыт буйынса 14.00 сәғәттән) һуңлап мөрәжәғәт итһәгеҙ.

Буласаҡ һайлауҙарға бәйле барлыҡ һорауҙар буйынса 8-800-347-54-54 «ҡыҙыу линия» телефоны аша, шулай уҡ территориаль һайлау комиссияһының 2-12-84 телефоны буйынса 09.00-20.00 сәғәткә тиклем, «ҡыҙыу линия»ның эш ваҡыты: 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем; ял көндәрендә 10.00-14.00, 8 сентябрҙә - 10.00-18.00, 9 сентябрҙә - 8.00-20.00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Һайлауҙа ҡатнашыу - һәр граждандың изге бурысы. Район һайлаусылары юғары әүҙемлек күрһәтеп, һайлау участкаларына килер һәм депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидаттар өсөн үҙ тауыштарын бирер, тип ышанабыҙ.

Стәрлебаш районы территориаль

һайлау комиссияһы.
Читайте нас