Новости
6 Сентябрь 2018, 06:26

Башҡортостанда йәшәүселәргә төҙөлөш өсөн ағас алыу еңелләшә

Башҡортостанда йәшәүселәргә шәхси төҙөлөш йәки утын әҙерләү өсөн ағас алыу еңелләшә. «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында килешеү төҙөү ваҡыты ике тапҡырға кәметелгән — дүрт айҙан ике айға тиклем. Был хаҡта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Мөлкәттәре янғындан йәки тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән граждандар сираттан тыш ағас алыу хоҡуғына эйә, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

Читайте нас