Июль айында район эске эштәр бүлегенең йыйылма полиция отряды Һамар ҡалаһынан хеҙмәт командировкаһынан ҡайтты. Ике ай дауамында беҙҙең полицейскийҙар: полицияның өлкән уполномоченныйы, лейтенант Илдус Йосопов, инспектор - кинолог, өлкән лейтенан Рөстәм Ғәлиев, оператив дежур бүлеге ярҙамсылары, өлкән сержанттар Эльмир Аҡсурин һәм Рөстәм Баһауетдинов, һаҡ, ғәйепләнеүселәрҙе конвой менән оҙатыу төркөмө полицейскийы, лейтенант Виктория Фролова, дисциплина, түҙемлек һәм юғары һөнәри сифаттар күрһәтеп йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы яуаплы башҡарҙы. Бының өсөн уларҙың ата-әсәләренә БР буйынса Эске эштәр министрлығының полицияның йыйылма отряды командиры, полковник Р.А.Әхкәмовтан Рәхмәт хаттары килгән. Бына нимә тиелә унда: «Һеҙгә ҙур ғорурлыҡ менән улығыҙ (ҡыҙығыҙ) йөкмәтелгән һәм хеҙмәт бурыстарын намыҫлы, ҡыйыу һәм лайыҡлы үтәүен хәбәр итәбеҙ. Ошондай хеҙмәткәрҙәр ярҙамы менән илебеҙ закондар үтәлешен тәьмин итеүгә булышлыҡ иткән берҙәм дәүләт булараҡ эшләйәсәк».
Футбол көйәрмәндәре тураһында легендалар йөрөй. Йәнәһе уларҙың барыһы ла агрессив хулигандар. Әммә илдең Рәсәй чемпионаты был легенданы юҡҡа сығарҙы: төрлө илдәрҙән килгән фанаттар шаулашып йөрөһәләр ҙә, полицияның профессиональ эше арҡаһында үҙҙәрен тыныс тотто.
Ҡаршы алған яҡ полицейскийҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итте. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәре буйынса, улар йәшәү шарттарынан тулыһынса ҡәнәғәт. Улар Һамар дәүләт университетының дөйөм ятағында йәшәгән.
Полицейскийҙар футбол ҡарай алмауҙарына ғына үкенәлер, бәлки. Әммә ил чемпионаты барһа ла хеҙмәт беренсе урында.
Стәрлебашҡа ҡайтыу менән полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын башҡарыуға тотонған. Ә футбол буйынса Рәсәй чемпионаты матчын улар барыбер телевизор һәм Интернет аша ҡараған.