Стәрлебаштар быйыл да ошо хәйриә эшенән ситтә ҡалманы. Улар ярҙамында 1 сентябргә 84 уҡыусы һәм 48 аҙ тәьмин ителгән ғаилә әйберләтә ярҙам - беренсе класс уҡыусыһы өсөн портфель, кәнсәләр кәрәк-яраҡтары, мәктәп һәм балалар кейеме алды. Был - район хакимиәте, Стәрлебаш мәғлүмәт-консультация үҙәге, район финанс идаралығы, район полицияһы, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, М.Ғ.Мәхмүтов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Пенсия фонды идаралығы, райветстанция, үҙәк район дауаханаһы, мәғариф бүлеге, Стәрлебаш, Ҡарағош, Баҡый ауыл биләмәләре хакимиәттәре, «Благодать» һәм «Альтернатива» кредит-ҡулланыусылар кооперативы коллективтары, шәхси эшҡыуарҙар Мөнирә Ишморатова, Гөлшат Хәлиуллина, Фатима Рысаева, Эльмира Зәйнетдинова, Сәүиә Мостафина, Зәлиә Фәтҡуллина, Әлмира Фәрхшатова, Фаил Ҡәйүпов, шулай уҡ Наилә Ғиззәтуллина, Миләүшә Зәйнуллина, Розалия Хөбөтдиновалар.
«Ғаилә» Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы коллективы уларға ярҙамдары, аңлағандары һәм хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдереп, эштәрендә уңыштар, бизнестарының алға барыуын, сәләмәтлек, именлек теләй.