Үҙ участкаларында һайлағандан һуң улар күңелгә үтеп инерлек, йөрәк елкендергес, дәртле концерт номерҙары менән һайлаусылар кәйефен күтәрәсәк. Рөстәм Ғәлиев, Гөлйөҙөм Сәйепова, Гөлфизә Хәйруллина составындағы агитбригада, водитель Ғәзинур Әйүпов менән Стәрлебаш, Первомайский, Мортаҙа һәм Ибраҡай ауылдарының барлыҡ участка һайлау комиссияларына барасаҡ. Шул уҡ көндө райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә Уңыш байрамы үтә. Ул сәғәт 11-ҙә башлана. Теләгәндәрҙең барыһы ла көҙгө муллыҡ йәрминкә-күргәҙмәләрендә булып, милли аш-һыуҙан ауыҙ итеп, үҙенсәлекле йәшелсәләр конкурсында, ҡышҡылыҡҡа төрлө ризыҡ әҙерләү буйынса мастер-кластарҙа ҡатнашып, ижади коллективтар сығыштарын ҡарай ала. Стәрлебаштарҙы 9 сентябрҙә һайлау участкаларында ғына түгел, мәҙәни-киң күләмле сараларҙа ла ҡатнашырға саҡырабыҙ!