Новости
31 Август 2018, 06:37

Хәтер шәмдәрен ҡабыҙайыҡ!

3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Тап ошо көндә терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу акциялары ойошторола.

Был көн терроризм кеүек ҡот осҡос күренештәргә ҡаршы көрәштә йәмәғәт берҙәмлеген символлаштыра. Тотош ил халҡы Бесланда, Дубровкала театр үҙәгендә, Будденовск, Первомайскийҙа һәм Мәскәү, Буйнакс һәм Волгодонскта торлаҡ йорттар шартлағанда, башҡа йөҙҙәрсә террористик акттарҙа террористар ҡулынан вафат булған меңдәрсә ватандаштарыбыҙҙы иҫкә ала. Мәҙәниәт бүлеге һәм район Мәҙәниәт йорто Стәрлебашта Еңеү паркында «Шәмдәр ҡабыҙығыҙ» акцияһын үткәреү тураһында асыҡ инициатива менән мөрәжәғәт итә. Акция 15.00 сәғәттә була. Үҙегеҙ менән шәмдәр алып килергә.
Читайте нас