Кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров төп һәм ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталды, етешһеҙлектәрҙе атаны һәм уларҙы ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөргә ҡушты.
-Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, һайлауҙы тейешле кимәлдә, һайлау законына ярашлы үткәреү - беҙҙең төп бурыс, - тине ул. Артабан Фәнүр Зөфәр улы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы үткәреүҙә уңышлы эштәре өсөн 14 участка һайлау комиссияһы ағзаһына Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Э.А.Памфилова ҡул ҡуйған «Рәхмәт хаттарын» тапшырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге инспекторы З.З.Ханнанов һайлау участкаларында янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны, беренсел янғын һүндереү саралары, автоматик хәбәр итеү системалары менән тәьмин итеү, биналарҙа эвакуация өсөн сығыу юлдары булыу һәм башҡа мөһим мәлдәр тураһында йыйылыусыларҙың хәтеренә төшөрҙө.
Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе М.М.Йосопов һайлау законында ҡайһы бер үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Территориаль һайлау комиссияһы секретары Г.М.Сәйетғәлиева хеҙмәттәштәренә һайлауға бәйле эшмәкәрлек башланғандан алып тауыш биреү көнөнә тиклем һайлау кампанияһы барышы тураһында ентекле һөйләне.
Территориаль һайлау комиссияһы бухгалтеры Р.А.Әхмәтова финанс мәсьәләләргә яуаплы ҡарарға, отчеттар менән һуҙмаҫҡа ҡушты.
Осрашыу участка һайлау комиссияларына һайлаусылар исемлеген, мөһөрҙәр, таныҡлыҡтар, саҡырыу ҡағыҙҙары һәм башҡа баҫма продукция тапшырыу менән тамамланды.