Новости
30 Август 2018, 06:56

Синоптиктар республикала 1 сентябргә һауа торошона фараз бирҙе

Көҙҙөң тәүге көнөндә, Белем байрамында республикала һауа температураһының 17-22° булыуы көтөлә. Аяҙлы-болотло, урыны менән бер аҙ ямғыр. Республиканың баш ҡалаһында ла 1 сентябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана, яуым-төшөм ихтималлығы аҙ. Һауа температураһы 20-22° йылы, тип хәбәр итә Башгидромет.

Йәйҙең һуңғы көндәре ярайһы уҡ йылы һауа торошо менән шатландыра. Антициклонда максималь һауа температураһы 20-25 градусҡа етә. Ләкин 31 августа республика биләмәһенә һалҡынса һауа массаһы үтеп инә. Температура бер аҙ түбәнәйә.

"Башинформ".
Читайте нас