Новости
30 Августа 2018, 07:23

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 12 йәшлек Альберт Фәтхуллин өсөн ҡан биреүҙәрен һорайҙар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Әбйәлил районының Ҡушый ауылынан Альберт Фәтхуллин өсөн ҡан биреүҙәрен һорайҙар. Ярҙам күрһәтеү тураһында үтенес менән уның туғаны Дамир Әминев мөрәжәғәт иткән.

Уның һүҙҙәренсә, янғында зыян күргән малайға ашығыс рәүештә ҡан ҡойоу талап ителә. Тәненең 60% бешкән. «Бөгөн табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай», — тип һөйләне Дамир Әминев «Башинформ» агентлығына.


Ҡанды 18 йәше тулған һәр кем тапшыра ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1. Ҡан төркөмө мөһим түгел.

"Башинформ".
Читайте нас