OneTwoTrip сәйәхәттәр сервисы эксперттары мәғлүмәттәре буйынса, иң ҡиммәтле авиабилеттарҙың күпселеген Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәүселәр һатып алған.
Иң ҡиммәтле осош Мәскәүҙән Нью-Йоркка булған (577 мең һум). Икенсе урында – Санкт-Петербургтан Зимбабвеның баш ҡалаһы Харареға сәйәхәт (522 мең һум), өсөнсөлә – Мәскәү – Сан-Франциско (349 мең һум).
Эксперттар билдәләүенсә, ҡағиҙә булараҡ, ҡиммәтле авибилеттарҙы осошҡа бер-ике көн ҡалғас һатып алалар.